ҺОРО АЙЫУ (Ursus arctos), йыртҡыстар отрядының айыуҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияла, Төньяҡ Америкала, Төньяҡ Африкала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 250 см тиклем, ауырлығы 150—250 кг, инә Һ.а. вағыраҡ. Төҫө һоро; ҡыш көнө йөнө оҙон, ҡуйы, йәй көнө — ҡыҫҡа, һирәк. Кәүҙәһе тығыҙ, ауыр. Башы ҙур, мороно ҡыҫҡа, күҙҙәре бәләкәй. Ҡолаҡтары ҙур түгел, йомро. Муйыны йыуан, ҡыҫҡа. Аяҡтары ҡыҫҡа, биш бармаҡлы, табандарына баҫып йөрөй; тырнаҡтары ҙур, бер аҙ бөгөлгән, эскә батмаған. Ҡойроғо ҡыҫҡа.

Полигам. Енси яҡтан йәшәүенең 3‑сө йылына өлгөрә, һирәк ҡыҫҡа йөн м‑н ҡапланған, һуҡыр, тешһеҙ, ишетеү юлдары ябыҡ булған 1—3 (5‑кә тиклем) бала тыуҙыра. 30—40 йыл йәшәй. Тәүлек әйләнәһенә әүҙем. Ҡышҡылыҡҡа өң яһай һәм оҙайлы йоҡоға тала. Бөтә нәмәне ашай: үҫемлектәрҙең йәшел өлөштәре, тамырһабаҡтары һәм емештәре, бал, имеҙеүселәр, балыҡтар, ҡош йомортҡалары, бөжәктәр һәм уларҙың ҡарышлауыҡтары, емтек м‑н туҡлана. Ҡатнаш һәм япраҡлы урмандарҙа йәшәй. Күбеһенсә БР‑ҙың тау‑урман зонаһында таралған. Һунар объекты.

Л.А.Едрёнкина

Тәрж. Г.А.Миһранова