ҺОРАУ ҺӘМ ТӘҠДИМ, иҡтисад теорияһының һатып алыусылар һәм һатыусыларҙың үҙ‑ара бәйләнешен билдәләгән категорияһы. Һорау — һатып алыусының хаҡы төшә барған тауарҙарҙы арта барған күләмдәрҙә һатып алыу һәләтлеген, тәҡдим етештереүсенең хаҡы арта барған тауарҙы арта барған күләмдәрҙә һатырға әҙер булыуын күрһәтә. Һорау дәүмәле — тауарҙың хаҡына һәм тышҡы мөхит параметрҙарына (йәмғиәттең ижт., иҡт., техник, соц. һәм мәҙәни үҫеше кимәле, йәмғиәт продуктының структураһы, милли килем күләме һәм бүленеүе характеры, халыҡтың йәшәү кимәле һ.б.), тәҡдим дәүмәле етештереү структураһына һәм күләменә бәйле.

Башҡортостанда 2000—08 йй. күсемһеҙ милеккә, автомобилдәргә, төҙөлөш материалдарына, сәнәғәт һәм ҡулланыу тауарҙарына (ҡара: Ҡулланыусылар тауарҙары баҙары), туризм хеҙмәттәренә һ.б. ихтыяж тотороҡло булған. 2008 й. ваҡлап һатыу әйләнеше 1,3 тапҡырға тиерлек, халыҡҡа күрһәтелгән түләүле хеҙмәт күләме 1,15 тапҡырға арта. Тор­лаҡҡа һорау — респ. торлаҡ‑гражданлыҡ төҙөлөшө, төҙөлөш материалдары сәнәғәте, автомобилдәргә һорау металлургия һәм синтетик каучук производствоһы үҫешенә булыш­лыҡ итә.

В.Ҡ.Носратуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов