ҺОМАЙ, мифологик образ, башҡорт фольклоры персонажы. “Урал батыр” эпосында Һ. — ҡоштар батшаһы Самрау м‑н Ҡояштың ҡыҙы. Әсәһе уны Йәншишмә һыуы м‑н ҡо­йондороп, үлемһеҙ итә. Ул йә әсәһендә һауала, йә атаһында ерҙә йәшәй, аҡҡош йәки алтын сәсле ҡыҙ ҡиәфәтенә инә ала. Иблестәр Әзрәҡә, Зәрҡүм Һ. ҡулдарына төшөрөргә маташа. Һыу баҫҡан ваҡытта Зәрҡүм, балыҡҡа әүерелеп, ҡыҙҙы йота, был хәлдән һуң ҡояш тотола, уны Аҡбуҙат ҡотҡара. Һ. ер баһадиры Урал батырға кейәүгә сыға, уға Аҡбуҙат м‑н булат ҡылыс бүләк итә, Йәншишмәгә юлды күрһәтә. Уларҙың улдары Иҙел тыуа, ул әсәһенең өгөтө б‑са атаһына яуыз көстәр м‑н көрәшергә ярҙам итә. Урал батыр үлгәс, Һ. мәңгелеккә ҡош ҡиәфәтендә ҡала һәм осоп китә, тик байтаҡ йылдарҙан һуң ғына икенсе ҡоштар м‑н бергә әйләнеп ҡайта. Аҡҡоштар нәҫелен башлаусы, шул ваҡыттан алып башҡорттар аҡҡошҡа табына (ҡара: Ҡоштар культы).

Аҡбуҙат” эпосында Һ. — ҡош, Һәүбәнде ҡурсалаусы. “Һомай ҡош” әкиәтендә ҡош кемдең иңбашына ултыра, шуны батша итеп һайлайҙар. Ышаныуҙар б‑са, Һ. — бәхет ҡошо, уны күргән кешене бәхетле яҙмыш көтә. Бер версия б‑са, иран мифологияһындағы күләгәһе кемгә төшә, шуны бәхетле иткән Һомай ҡошҡа, икенсеһе б‑са, ерҙәге ҡатын‑ҡыҙ башланғысын кәүҙәләндергән боронғо төрки Әсә‑тәңре — Умайға барып тоташа. Һ. төрки‑монгол, фин‑уғыр, иран телле халыҡтар мифологияһында осрай.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 3‑сө т. Эпос. Өфө, 1998; Башкирское народное творчество. Т.1. Эпос. Уфа, 1987; Г а л и н С.А. Башкир ский народный эпос. Уфа, 2004.

С.Ә.Галин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов