ҺОЛО ТУРҒАЙҘАРЫ (Emberizidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. Яҡынса 200 төрө билдәле, Австралиянан тыш бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа 9 төрө осрай. Аҡбаш һоло турғайы, ваҡ һоло турғайы, ҡамыш турғайы, ҡоролдай, һаҙ турғайы, һарымтамаҡ турғай оя ҡорорға осоп ҡайта, буран турғайы, юл турғайы — осраҡлы осоп килгән ҡоштар, ябай һоло турғайы ҡайһы саҡта ҡышлай. Ата ҡоштар ҙурыраҡ һәм сағыуыраҡ була. Кәүҙә оҙонлоғо 10—20 см, ауырлығы 50 г тиклем. Ҡауырһыны тығыҙ, йомшаҡ, ҡуйы ҡуңыр, ҡыҙғылт көрән, һарғылт йәшел‑һоро, һары (буран турғайыны­ҡында — ҡара‑аҡ) төҫтәр өҫтөнлөк итә, ҡара йәки асыҡ төҫлө һыҙыҡтар бар, ҡорһағы аҡ, һары йәки ерән. Башы йомро, суҡышы конус рәүешле, муйыны ҡыҫҡа. Ҡанаттары оҙон, күптәренеке — осло. Ҡойроғо уйымлы. Аяҡтары оҙон. Моногамдар. Күпселек Һ.т. ерҙә, ҡайһы берҙәре ағастарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа оя ҡора. Йылына 1—2 тапҡыр бала сығара, ояла сыбар төҫтәге (таплы, төрткөлө һәм тулҡынланып торған һыҙыҡлы) 3— 7 йомортҡа була. Инә һәм ата ҡош йәки тик инә ҡош ҡына 10—14 көн эсендә баҫып сығара. Үҫемлек орлоҡтары, бөжәктәр м‑н туҡлана. БР‑ҙың бөтә терр‑яһында осрай.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова