ҺОЛО (Avena), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда буш Һ. (ҡара һоло) һәм шырт Һ. үҫә. Бер йыллыҡ үләндәр. Һабағы (һаламы) төҙ, шыма, төкһөҙ, бейеклеге 100—120 см. Япрағы ҡыяҡ, яҫы. Башағы эре, ҡыҫҡа, 2—4 сәскәле. Аҫҡы сәскә тәңкәһенең оҙон, быуынлап бөгөлгән ҡылсығы бар. Сәскәлеге — йәйенке йәки ҡыҫҡа һепертке. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июль—авг. өлгөрә. Составына сапониндар инә, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Буш Һ. — ҡый үләне, баҫыуҙа һәм юл ситендә үҫә. Шырт Һ. — иген культураһы, БР‑ҙағы сәсеүлектәрҙә ҡый үләне булараҡ осрай. Респ. сәсеүлек Һ. — яҙғы йәки ҡышлаусы үҫемлек үҫтерелә. Ҡырағай төрҙәренән бөртөксәһенең төбөндә даға һымаҡ эҙ булмауы м‑н айырыла. 1000 орлоғоноң ауырлығы 25—30 г, ҡабыҡлылығы 25—30%. Орлоҡ составына 9,0—19,5% аҡһым, 21—55% крахмал, 2— 11% май, 7—14% күҙәнәклек, 2,9—5,7% көл, ш. уҡ В1, В2 витаминдары, тимер, кальций, фосфор һ.б. инә. Дым яратыусы, йылыға талапсан булмаған үҫемлек. Яҙғы Һ. вегетация осоро 80—110 көн. Төп элгәрҙәре — кукуруз, шәкәр сөгөлдөрө, яҙғы бойҙай. Иртә яҙ көнө ябай рәт ысулы м‑н сәсәләр, орлоҡ сәсеү нормаһы 1,8—2,0 ц/га, сәсеү тәрәнлеге 4—5 см. Иң юғары уңдырышлылығы — 62 ц/га (Мәләүез р‑нындағы Т.Г.Шевченко ис. к‑з, 1986). Респ. 2011 й. сәсеү майҙаны — 117 мең га ашыу, уңдырышлылығы — 20,2 ц/га. 1 кг Һ. туҡлыҡлылығы б‑са 1 мал аҙығы берәмеген тәшкил итә, составында 87 г үҙләштерелеүсе протеин бар. Төп иген фуражы культураһы.

Һаламы һәм йәшел массаһы, айырыуса кәрешкә йәки борсаҡ м‑н ҡатнаштырғанда, мал аҙығы итеп ҡулланыла. Иген бөртөгө ярма һәм онға эшкәртелә. Үҫтереү технологияһы б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Аграр университетта (Р.Х.Гәрәев) һәм Ауыл хужалығы институтында (Х.С. Әхмәтшин) үткәрелә. Бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә. БР б‑са ҡул­ланылышҡа Друг, Скакун, Стригунок һ.б. сорттары индерелгән.

Әҙәб.: А х м е т ш и н Х.С. Зернофуражные культуры. Уфа, 1980.

Р.Р.Исмәғилев, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова