ҺИРӘКТАЖ (Erigeron), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 200‑ҙән ашыу төрө билдәле, күбеһенсә ике ярымшарҙың да тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Бер (канада Һ.), ике йәки күп йыллыҡ (подолия Һ.) төклө үләндәр. Һабаҡтары төҙ, ябай йәки тарбаҡлы, бейеклеге 40—60 см тиклем. Япраҡтары бөтөн, ланцет формаһында, шыма ситле йәки киртләсле. Сәскәләре кәрзиндәрҙә урынлашҡан, аҡ, һары, ал йәки башҡа төҫтә, сәскә атыу аҙағында ҡайһы берҙә төҫөн үҙгәртә йәки төрлө төҫкә инә (ситке сәскәләре төрлө төҫтә була, урталағылары — башлыса һары). Ситке сәскәләре инә, тел япраҡлы йәки көпшәле (һирәк осраҡта ике төрө лә булырға мөмкин), урталағылары — ике енесле, көпшә­ле, емеш бирмәй. Кәрзиндәре тәлгәшкә, ҡалҡанға йәки һеперткегә йыйылған. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — төктәрҙән торған өлпөлө орлоҡса, авг.—сент. өлгөрә. Болондарҙа, ҡый үләндәре булараҡ баҫыуҙарҙа, ҡалдауҙарҙа, юл ситтәрендә үҫкән зәһәр Һ. һәм канада Һ. (ситтән килтерелгән Төньяҡ Америка төрө) БР‑ҙың бөтә терр‑яһында, далаларҙа үҫкән подолия Һ. — респ. көньяҡ райондарында, нәфис Һ. болондарҙа, ҡалдауҙарҙа, таулы райондарҙың урманда­рында үҫә. Составында алкалоидтар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова