ҺИРГЕ‑ӨПӘЛЕ ТАУ ЗАВОДТАРЫ ШИРҠӘТЕ, Уралдың тау‑ҡаҙылма һәм металлургия сәнәғәтендә пайсылар йәмғиәте. 1881 й. 6 нояб. “Э.М.Мейер һәм К°”, “И.Е.Гинзбург һәм К°” сауҙа йорттары, “Урыҫ һәм Француз банкы” аноним йәмғиәте тарафынан асыла. 1860 йй. башында Һирге (Һирге заводтары, Әтек заводы, Кәзә һәм Михайловка з‑дтары) һәм Өпәле (Өпәле заводтары, Соҡаяҙ з‑ды) тау округтарын берләштереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән Һирге‑Өпәле тау округын (хужалары: “Э.М.Мейер һәм К°”, “И.Е.Гинзбург һәм К°”, “Урыҫ һәм Француз банкы”, 1913 й. алып Сауҙа‑Сәнәғәт һәм Урыҫ‑Азия банкылары ҡатнашлығында банкылар төркөмө; 1917 й. национализациялана) һатып алыу һәм файҙаланыу маҡсатында ойошторола. Идараһы Санкт‑Петербург ҡ., завод идаралығы Екатеринбург ҡ. урынлаша. Ширҡәттең төп капиталы 4 млн һум тәшкил итә. 1900 й. ширҡәт з‑дтарында 2 млн 114 мең бот суйын ҡойола, 733 мең бот тимер һәм 1 млн 152 мең бот ҡорос етештерелә. Беренсе донъя һуғышы башланғандан һуң ширҡәт з‑дтары хәрби продукция сығарыуға күсә: 1916 й. сәнскеле тимерсыбыҡ етештееү дөйөм сығарылған металл күләменең 40%‑ын тәшкил итә.

З.И.Гудкова

Тәрж. М.Х.Хужин