ҺИНДОСТАН, Һиндостан Республикаһы, Һиндостан ярымутрауындағы Көньяҡ Азия дәүләте. Майҙаны — 3,3 млн км2. Баш ҡалаһы — Дели. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 1220,2 млн яҡын кеше (2012): һиндтар, телугулар, бихарҙар, бенгалдар һ.б. Рәсми телдәре — һинди, инглиз теле. Диндарҙары — индустар (81,3%), мосолмандар (12%) һ.б.

БР‑ҙың Һ. м‑н бәйләнештәре РФ һәм Һ. мөнәсәбәттәре сиктәрендә алып барыла. БР‑ҙың Тышҡы иҡт. бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығы һәм Һ. респ. РФ‑тағы Илселеге араһында Берләштерелгән саралар планына (1995), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Һ. респ. РФ‑тағы Илселеге араһында иҡт., мәҙәниәт һәм фәнни‑техник өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте үҫтереү т‑да меморандумға (1997) һ.б. ҡул ҡуйылған. Һ. РФ‑тағы илселәренең (1987, 1988, 1997, 2000, 2003, 2006, 2012, 2015), фән һәм технологиялар министры Б.С.Рават етәкс. Һ. хөкүмәте делегацияһының (2001) Башҡортостанға рәсми визиттары була. БР эшлекле даирә вәкилдәре 24‑се Һиндостан халыҡ‑ара йәрминкәһендә ҡатнаша (2004). Өфөлә үткән Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттарында Һ. премьер‑министры Н.Д.Моди ҡатнаша (2015 й. 8—10 июле). БР‑ҙа Һ. көндәре ойошторола (1987, 1988, 1997, 2003). Мәскәүҙә Һ. респ. Илселегендә БР‑ҙың иҡт. потенциалы (2013), Нью‑Дели ҡ. “Иҡтисади глобаль бизнес‑саммит” Халыҡ‑ара форумы сиктәрендә БР‑ҙың инвестицион потенциалы (2016) презентацияһы үткәрелә. БР‑ҙың БДБ‑нан тыш илдәр м‑н тышҡы сауҙа күләмендә Һ. өлөшөнә 3% тура килә (2014). БР‑ҙың һәм Һ. сауҙа әйләнеше 398,3 млн АҠШ доллары тәшкил итә (2000 й. ҡарағанда 67,5 тапҡыр күберәк). БР‑ҙың Һ. экспорты 378,9 млн доллар (2000 й. — 5,7 млн доллар) иҫәпләнә; уның тауар структураһында ҡорамалдар, ҡара металдан изделиелар, каучук һәм химия сәнәғәтенең башҡа продукцияһы өҫтөнлөк итә. Һ. химия сәнәғәте продукттары, фарм. препараттары, ҡара һәм төҫлө металдан изделиелар, ҡорамалдар һ.б. продукцияһы импорты 19,4 млн доллар (2000 й. — 0,1 млн доллар) тәшкил итә. 2000 й. Башҡортостан терр‑яһында Һ. капитал ҡатнашлығында күмәртә сауҙа, ҡорамал һәм сәй етештереү өлкәһендә эшләгән 5, 2015 й. — 10 берлектәге предприятие була. “Башнефтегеофизика” берекмәһенең 30‑ҙан ашыу белгесе Һ. нефть һәм газ ятҡылыҡтарын разведкалауҙа ҡатнаша; улар тарафынан Бомбей штатында нефть ятҡылығы (1950 йй. аҙ.), Трипура штатында газ запастары (80‑се йй. башы) асыла. Башҡ‑н белгестәре Һ. геофизика хеҙмәтен, нефть сығарыуҙы һәм нефть эшкәртеүҙе булдырыуҙа һәм үҫтереүҙә ҡатнаша. Барауни (1968), Махтур (1982) ҡҡ. һинд НЭЗ‑дарында төҙөлөш һәм ҡорамалдарҙы реконструкциялау нигеҙендә Нефтехимия эшкәртеү институты асыштары ята. Һинд НЭЗ‑дарында БАССР‑ҙан белгестәр Б.М.Ежов (1963—65 йй. Барауни ҡ. НЭЗ‑ды сафҡа индереү һәм файҙаланыу б‑са инженер), М.М.Куковицкий (1965—67 йй. Барода ҡ. НЭЗ баш инженеры, дир.) һ.б. эшләй. Һинд партнёрҙары м‑н ӨМЭПБ (30 йылдан ашыу), Күмертау авиация производство предприятиеһы (2004 й. алып) коллективы хеҙмәттәшлек итә. Халыҡ‑ара сауҙа йәрминкәһендә БАССР экспозицияһы алтын миҙал м‑н бүләкләнә (Нью‑Дели, 1984). Һинд ғалимдары К.А.Падманабхан (1991), С.Бэнерджи (1998) БР ФА‑ның почётлы акад. итеп һайлана. Өфөлә “Рәсәй—Һиндостан: төбәктәр хеҙмәттәшлеге перспективалары” Рәсәй—Һиндостан фәнни‑ғәмәли конф. үткәрелә (2000). Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты, Биохимия һәм генетика институты ғалимдары һинд коллегалары м‑н берлектә тикшеренеүҙәр алып бара.

Ҡайһы бер ғалимдар (Е.Е. Кузьмина, Т.М.Потёмкина һ.б.) Көньяҡ Урал бронза быуаты ҡәбиләләренең һинд арийҙары (ҡара: Һинд‑иран ҡәбиләләре) м‑н этномәҙәни һәм тарихи‑геогр. бәйләнештәре булыуын билдәләй. Каруан сауҙа юлдары буйлап Һ. Башҡортостанға һинд туҡымалары, көнсығыш әҙәбиәте әҫәрҙәре һ.б. килтерелә. Башҡорт әкиәттәренең 30‑ға яҡын сюжеты классик боронғо һинд әҫәрҙәренә барып тоташа. Башҡорттар 1718—25 йй. Пётр I илселегенең Фарсы иленә һәм Бохара ханлығына экспедицияһында ҡатнаша, поход маҡсаттарының береһе булып Һ. м‑н сауҙа бәйләнештәрен булдырыу тора. Ырымбур экспедицияһында (1734—44) И.К.Кирилов консультанттарының береһе һинд сауҙагәре М.Бараев була. “Исмәғил аға сәйәхәте” китабының бер нисә ҡулъяҙма һәм баҫма варианты билдәле, унда Сәйет биҫтәһе сауҙагәренең 1751 й. Һ. сәйәхәте тасуирлана. 1919—20 йй. Башҡортостанда М. Бәрәкәтулла булып китә. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Опера һәм балет театры (1959 й. аҙ. — 1960 й. башы), Башҡорт филармонияһы (1981) артистарының бер төркөмө Һ. гастролдәрҙә була. 1988 й. 12 ҡалала, ш. иҫ. Дели, Калькутта, Мадрас ҡҡ., “Һинд легендаһы” спектакле (“Индийская легенда”; “Рамаяна” боронғо һинд эпосы мотивы б‑са) м‑н гастролдәр һөҙөмтәһендә Ҡурсаҡ театры Д.Неру ис. Халыҡ‑ара премияға лайыҡ була (1989); 2000 й. был спектакль м‑н Дели ҡ. Халыҡ‑ара ҡурсаҡ театрҙары фестивале асыла. 1987 й. Өфөлә Б.Махараджа һәм Д.Лал етәкс. һинд бейеү коллективтары сығыш яһай, “Һиндостан фотографияларҙа” исемле фотокүргәҙмәһе, 2003 й. — 50‑нән ашыу һинд ҡурсағы, 2012 й. — Ш.К. Дастың акварель эштәре күргәҙмәһе үткәрелә, уларҙы Һ. РФ‑тағы Илселеге ойоштора, “Nisami Brothers”, 2013 й. Мумбайҙан “Болливудҡа билет” ансамблдәре сығыш яһай. 2008 й. Р. Ғәйзуллин һәм Р.Фәсхетдинов Дели ҡ. Һиндостанда Рәсәй йылын асҡан гала‑концертта ҡатнаша. Р.Тагорҙың “Рабиндранат Тагор хикәйәләре” (1928), “Хикәйәләр” (1957), “Осрашыу” (1986) шиғырҙар һәм драмалар йыйынтығы, “Һинд халыҡ әкиәттәре” (“Индийские народные сказки”; 1958) һ.б. башҡорт теленә тәржемә ителгән һәм баҫылған. Р.Тагорҙың “Рәсәй тураһында хаттар” (“Письма о России”) китабына ингән хаттарҙың береһе Башҡортостанға арналған (1931). Н.Ғ.Байбурин, Ә.Һ. Бикчәнтәев, Й.Гәрәй, Ә.М.Мирзаһитов, Н.Нәжми тарафынан Һ. булыуҙары хаҡында очерктар яҙылған. Һинд мотивтарын һәм образдарын Н.Ғ.Сабитов, М.Х. Әхмәтов үҙҙәренең әҫәрҙә­рендә ҡулланған. БР‑ҙа Һ. граждандары квалификация күтәреү курстарын үтә; БДМУ‑ла Һ. 250‑гә яҡын студент уҡый (2016). Республикала “Башҡортостан—Һиндостан” йәмғиәте эшләй, Һинд мәҙәни үҙәге асылған (2000) .

Әҙәб.: Россия—Индия: перспективы развития регионов (Республика Башкортостан): сб. науч. ст. М., 2000; Рукопожатие через Гималаи. Уфа, 2003; Башкортостан—Индия: история и современность. Уфа, 2010; Хусаинова Г.Т. Индия далёкая и близкая. Уфа, 2016.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев