ҺИКӘЯҘ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Һикәяҙ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 10 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 85 км алыҫлыҡта Һикәяҙ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1527 кеше; 1920 — 1531; 1939 — 787; 1959 — 566; 1989 — 634; 2002 — 773; 2010 — 773 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Дыуан сорт һынау участкаһы эшләй; урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1750 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан губернаһы Пермь провинцияһының дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1753 й., 1798 й., 1810 й. бында ш. уҡ шарттарҙа крәҫтиәндәрҙең яңы төркөмдәре күсеп ултыра.1865 й. Һ. (Тепловка а.) 212 йортта 1190 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, сана яһау, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр, йылға судноларында эшләгәндәр. 2 сиркәү, уч‑ще, 7 һыу тирмәне, 39 сауҙа кибете булған; улус идараһы урынлашҡан; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. 2 сиркәү, земство мәктәбе, мануфактура, шарап һәм 3 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән.

Н.И.Черепанова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов