ҺИКӘЛЕКҮЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Исмаил а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 25 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 150 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Хал­ҡы: 1906 й. — 237 кеше; 1920 — 379; 1939 — 371; 1959 — 222; 1989 — 189; 2002 — 165; 2010 — 170 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Ҡазан даруғаһы Эске Йылан улусы Шишмә а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Шулай уҡ Һикәшкүлем, Зинаракүл исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 2 йортта 13 кеше йәшәгән. 19 б. ш. уҡ өйәҙҙең Шишмә а. м‑н бергә иҫәпкә алынған. 1865 й. 70 йортта 428 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. В.Н.Хәйруллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов