• Печать

ҺИЖРӘТ (ғәр.), 622 й. сент. Мөхәммәттең һәм уның артынан эйәреүселәрҙең Мәккә ҡ. Йәсриб ҡ. (һуңыраҡ Мәҙинә) күсенеүе. Ғүмәр хәлифә ваҡытында (634—644 йй. идара иткән) Һ. йылы яңы мосолман эраһының башы тип иғлан ителә. 1‑се айҙың (мөхәррәм) 1‑се көнөнән — 622 й. 16 июленән башлана. Һ. йылы 12 ай айынан (354 көн, кәбисә йылы — 355) тора, һәр береһе уртаса 29 тәүлек 12 сәғ. 44 мин тигеҙ була. Көн айырмаһы арҡаһында Һ. б‑са йылдың аныҡ датаһы григориан календарының төрлө числоларына тура килә (Һ. 1400 йылы — 1979 й. 21 нояб., 1401 йылы 1980 й. 9 нояб. башлана). Һ. б‑са даталарҙы Европа ҡояш календарына күсереү синхронистик таблицаларға ярашлы башҡарыла. Һ. б‑са йыл иҫәбен башҡорттар ислам ҡабул итеү ваҡытынан ҡуллана, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң григориан календары м‑н бергә файҙалана. 1989 й. авг. (Һ. б‑са 1410 й.) Башҡортостан мосолмандары Волга буйы һәм Урал халыҡтары тарафынан ислам ҡабул ителеүенең 1100 йыллығын байрам итә; юбилей датаһы исламды Болғар батшалығының дәүләт дине тип иғлан итеү йылына (922 й. — Һ. 310 йылы) ярашлы билдәләнә. Һ. 1440 йылы 2018 й. 12 сент. башлана.

Әҙәб.: Цыбульский В.В. Современные календари стран Ближнего и Среднего Востока. М., 1964.

М.Ғ.Вәлиева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина