ҺИҘИӘТОВА Ирина Михайловна (29.4.1964, Өфө), генетик. Биол. ф. д‑ры (2009), проф. (2011). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2015). Ф.А. Нәҙершинаның ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлаған (1986). 1991 й. алып Биохимия һәм генетика ин‑тында: 2000 й. башлап өлкән, 2003 й. — төп ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 2010 й. алып БДУ‑ла уҡыта, 2017 й. — кешенең молекуляр генетикаһы лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге молекуляр һәм мед. генетикаһының фундаменталь һәм ғәмәли аспекттарына арналған. Һ. ҡатнашлығында Волга‑Урал төбәге халыҡтары популяцияһының генетик структураһы, Башҡортостанда нәҫел ауырыуҙарының һәм күп факторлы нервы ауырыуҙарының (миотоник дистрофия, Гентингтон хореяһы, Дюшен­Беккер миодистрофияһы һ.б.) эпидемиологияһы һәм молекуляр‑генетик нигеҙҙәре тикшерелә. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2015).

Х е ҙ м.: DNA fingerprinting: development of a technology and its application to the study of human populations //Molecular biology and human diversity. Кембридж, 1996 (авторҙ.); Нейродегенеративные заболевания: от генома до целостного организма. М., 2014 (авторҙ.); Этногеномика народов Центральной Евразии: структура генофонда и молекулярно‑гене­тические основы наследственной патологии. Уфа, 2014 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина