ҺИҘИӘТОВ Ишмырҙа Хәйернур улы (28.10.1933, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Ҡужан а. — 8.2.2003, шунда уҡ), хирург. Мед. ф. канд. (1968). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1983). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1959) Хәйбулла районының үҙәк район дауаханаһында эшләй, 1961 й. алып Әбйәлил р‑ны Урал ауыл участка дауаханаһы мөдире. 1968—93 йй. БДМИ‑ла, 1994 й. башлап Әбйәлил үҙәк район дауаханаһында (2000 й. — хоспис мөдире) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге абдоминаль хирургияға, онкологияға, колопроктологияға, ауыртыуға ҡаршы терапия ысулдарын камиллаштырыуға арналған. Һ. ҡатнашлығында тура эсәк резекцияһының И.И.Греков ысулы б‑са модификациялары, аш һеңдереү юлында анастомоз барлыҡҡа килтереү өсөн тоташтыра торған хирургия аппараты уйлап табылған. БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Салауат а. хосписҡа нигеҙ һалыусы. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы. Почёт орд. м‑н бүләкләнгән (2000).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов