ҺИҘИӘТОВ Илдар Ишмырҙа улы (30.3.1960, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Аҡъяр а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (1999), проф. (2002). И.Х.Һиҙиәтовтың улы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) 21‑се дауаханала (өҙөклөк м‑н) эшләй, 1990—92 йй. Урта мед. һәм фарм. белеме булған хеҙм‑рҙәрҙең квалификацияһын күтәреү уч‑щеһында (икеһе лә — Өфө) уҡыта. 1994 й. алып БДМУ‑ла (2011 й. башлап топографик анатомия һәм оператив хирургия каф. мөдире), бер үк ваҡытта 2000 й. алып 2‑се Респ. клиник дауаханаһында. Фәнни эшмәкәрлеге специфик булмаған сей яра колитын, геморройҙы, эпителиаль ҡоймос һөйәге юлын һ.б. диагностикалау һәм хирургик дауалау ысулдарын эшләүгә һәм камиллаштырыуға арналған. Һ. ҡатнашлы­ғында арт юл ҡоймос һөйәгенең ауыртыу синдромын, идиопатик ҡоро арт юлы ҡысытыуын дауалау, эске геморроидаль төйөндәрҙең лигирланыу алдынан төшөүен билдәләү ысулдары, арт юл сфинктеры баҫымын билдәләү өсөн универсаль ректаль ослоҡ, монополяр коагулятор өсөн ике полюслы пинцет һ.б. эшләнә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 12 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина