ҺИГЕҘЕНСЕ МАРТ ИСЕМЕНДӘГЕ АУЫЛ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Һигеҙенсе март а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 32 км һәм Приют т. юл ст. Көнб. табан 13 км алыҫлыҡта Тар­ҡаҙы й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 650; 1959 — 986; 1989 — 817; 2002 — 814; 2010 — 778 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. “Спартак” сусҡа үрсетеү с‑зы ойошторолоуға бәйле нигеҙ һалына. 30‑сы йй. аҙ. “8‑се Март” с‑зының Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 50‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов