ҺИБЕЛМӘ ЯТҠЫЛЫҠТАР, ағалтын, алтын һ.б. файҙалы компоненттары булған ватыҡ материал тупланмаһы. Төп сығанаҡтарҙың емерелеүе һөҙөмтәһендә, ш. уҡ аралаш коллек­торҙарҙы (юғары концентрациялы ҡиммәтле минералдары булған терриген тау тоҡомдары) яңынан йыуыу юлы м‑н барлыҡҡа килә. Генезисы б‑са аллювиаль, делювиаль, пролювиаль, элювиаль, күл, диңгеҙ яры буйы һәм күсмә типтарға бүленә. Аллювиаль (йырҙалағы, үҙәндәге, киртләстәге) Һ.я. киң таралған. Йәше б‑са күбеһенсә дүртенсел системаға ҡарай, плиоцен, миоцен, олигоцен Һ.я. һирәгерәк үҫешкән. Алтын һ.б. ҡиммәтле минералдарҙы табыуҙа ҙур роль уйнай. Һ.я. морфологияһы һәм параметрҙары үҙләштереү ысулдарын (асыҡ һәм ер аҫты ысулдары) билдәләй. Ваҡ, уртаса һәм ҙур запастары бар. Башҡортостанда һибелмә ал­тынды үҙләштереү Уралда (һәм Рәсәйҙә) алтындың тәүге Һ.я. асҡандан һуң 10 йыл үткәс 1823 й. Мейәс й. басс. (ҡара: Мейәс алтын приискылары) башлана. 1835 й. Уй һәм Шар­тым йй. буйында ятҡылыҡтар асыла. 1837 й. алып Солтан Һ.я. билдәле. 1823 й. башлап бөтәһе 250‑нән ашыу ятҡылыҡ табылған, уларҙы үҙләштереү һөҙөмтәһендә 50 т ашыу металл алынған. Табылған алтындың күләме б‑са иң ҙурҙары булып Уй (10,2 т), Солтан (4,9 т), Шартым (4,8 т), Таналыҡ (2,5 т), Ғәҙелша (2,4 т) һибелмәләре һанала. Һ.я. Учалы р‑нында Үрге һәм Түб. Ирәмәл, Мейәс, Уй һәм Урал йй., Баймаҡ р‑нында — Таналыҡ, Оло Ҡыҙыл, Һаҡмар йй., Белорет р‑нында Ағиҙел й. басс. тура килә. Уларҙа ваҡ (0,5 мм тиклем) һәм уртаса (0,5— 1,0 мм) гранулометрик класлы алтын өҫтөнлөк итә. Тарлау, Непряхин, Солтан, Ғәҙелша, Таналыҡ, Шүрәле һ.б. һибелмәләрҙә ҙур металл (1,0 мм ашыу) бар; алтындың пробаһы 762‑нән алып 960‑ҡа тиклем; ҡайһы бер Һ.я. составына ағалтын, палладий, осмий, иридий инә. Самородоктар осрай, иң ҙуры — “Ирәндек айыуы”, ауырлығы 4788 г. 20 б. башында Һ.я. үҙләштереү “мускул” ысулы, һуңынан гидравлик, бульдозер‑гидравлик һәм драга ысулдары м‑н тормошҡа ашырыла. Үҙләштереп бөтөлмәгән һибелмә алтын запастары Учалы, Баймаҡ, Белорет р‑ндарында бар.

В.Г.Меньшиков

Тәрж. Э.М.Юлбарисов