ҺЕРКӘЛӘНЕҮ, һеркәне сәскәле үҫемлектәрҙә емешлек ауыҙына йәки яланғас орлоҡло үҫемлектәрҙә орлоҡ бөрөһөнә һеркәлектәрҙән күсереү. Һ. аталаныуға килтерә. Һ. 2 тибы айырыла: ситтән һәм үҙенән‑үҙе Һ. Башҡортостан флораһының күпселек орлоҡ үҫемлегенә ситтән Һ. хас (бер үҫемлектең сәскәһен икенсе үҫемлектең һеркәһе м‑н һеркәләндереү). Һ. был тибы маҡсатҡа ярашлыраҡ, сөнки үҫемлектәр быуынының генетик төрлөлөгөн арттыра. Ел (анемофилия), хайуандар (зоофилия, ш. иҫ. моллюскылар — малакофилия, бөжәк­тәр — энтомофилия, ҡоштар — орнитофилия) һәм һыу (гидрофилия) ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ел ярҙамында һеркәләнгән үҫемлектәрҙең сәскәлектәргә йыйылған бик күп ваҡ сәскәһе бар, ел ярҙамында һеркәләнгән байтаҡ ағас һәм ҡыуаҡлыҡ иртә яҙҙа япраҡ ярғанға тиклем сәскә ата (сәтләүек ағасы, тирәк һ.б.), үләндәрҙең (ваҡ күстерә, төлкөғойроҡ һ.б.) сәскәлектәре фитоценоздарҙың өҫкө ярусында урынлашҡан, был һеркәне күсереүгә булышлыҡ итә. Бөжәктәр ярҙамында һеркәләнгән үҫемлектәрҙең бөжәктәрҙе ылыҡтырыусы (уларға тат йәки һеркә өсөн киләләр) эре сағыу сәскәләре (алтынбаш, шыҡтым һ.б.) йәки сәскәлектәре (андыҙ, көнбағыш һ.б.) була. Ситтән һеркәләнгән үҫемлектәрҙең үҙенән‑үҙе Һ. мөмкинлеген кәметеүсе йәки юҡҡа сығарыусы ҡулайламалары бар: һеркәлектәрҙең һәм емеш­лектәрҙең төрлө ваҡытта өлгөрөүе (дихогамия), һеркәстәрҙең һәм емешлектәрҙең төрлө оҙонлоғо (гетеростилия), һеркәнең үҙ сәскәһенең емешлек ауыҙында үҫеп сыҡмауы. Эволюция барышында айырым енесле сәскәләр барлыҡҡа килә. Аталыҡ һәм инәлек сәскәләре бер үҫемлектә (бер өйлөлөк) һәм бер төргә ҡараған төрлө үҫемлектә (ике өйлөлөк) урынлашырға мөмкин, был үҙенән‑үҙе Һ. юҡҡа сығара. Ситтән Һ. йыш ҡына төр билдәләрен тотороҡландырыуға булышлыҡ иткән үҙенән‑үҙе Һ. м‑н тура килә. Үҙенән‑үҙе һеркәләнгәндә һеркә һеркәлектәрҙән ш. уҡ сәскәнең (автогамия) йәки ш. уҡ үҫемлектәге икенсе сәскәнең (гейтеногамия) емешлек ауыҙына күсерелә. Ҡайһы бер төрҙәрҙә (тайтояҡ, әскелтем үлән һ.б.) үҙенән‑үҙе Һ. асылмаған сәскәләрҙә була (клейстогамия). Күпселек үҫемлектә үҙенән‑үҙе Һ. ситтән Һ. ҡарата икенсел булып тора, был мөхиттең уңайһыҙ шарттары тәьҫиренә бәйле. 1936—37 йй. Умартасылыҡ станцияһында клевер сәсеүлектәренең уң­дырышлылығына бал ҡорто ярҙамында Һ. йоғонтоһон тикшереү үткәрелә (В.Н.Любимова), 1951—54 йй. сәсеүлек клеверын һеркәләндергәндә бал ҡорттарын хуш еҫле шәкәр сиробы м‑н өйрәтеүҙең һөҙөмтәлелеге асыҡлана (В.Н.Анфёрова). 80‑се йй. Биология институтында Һ. тикшерелә һәм ҡыя һуғанды һеркәләндереүселәр асыҡлана (С.С. Хәйретдинов). 90‑сы йй. БДУ‑ның Сибай институтында әшәлсә һымаҡтарҙы (А.Р.Ишбирҙин, М.М.Ишморатова, И.В.Һөйөндөков) һәм алтын тамырҙың ҡайһы бер төрҙәрен (Ишморатова) ситтән һеркәләндергәндә бөжәктәрҙең роле өйрәнелә. 2005 й. алып Шүлгәнташ ҡурсаулығында Һ. һәм баллы үҫемлектәрҙе һеркәләндереүселәр тикшерелә (Ә.Я.Шәрипов).

А.Р.Ишбирҙин

Тәрж. Г.А.Миһранова