ҺЕПЕРТКЕ ҮЛӘН, с ы б ы ҡ с а (Kochia), алабута һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 15 төрө билдәле, Африкала һәм Төньяҡ Американың көнбайышында, Евразияның дала һәм ярымсүл зоналарында таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Бер йыллыҡ үләндәр, һирәк осраҡта ярым ҡыуаҡлыҡтар. Һабаҡтары күтәрелеүсән, ғәҙәттә тарбаҡлы, нәҙек бөҙрә төктәр м‑н ҡапланған, бейеклеге 10—100 см. Япраҡтары епкә оҡшаған, тар ҡыяҡлы, шыма ситле, төклө, сиратлы, ултырма йәки һаплы. Сәскәләре ваҡ, күбеһенсә ике енесле, 5 быуынлы; емеш м‑н бергә ҡалыусы сәскә эргәлеге ҡанат һымаҡ үҫентеләр барлыҡҡа килтерә. Һеркәстәре йышыраҡ 5, емешлек ауыҙы 2—3. Сәскәлектәре башаҡ кеүек йәки һепертке башлы, дихазияларҙан барлыҡҡа килә.

Июль—авг. сәскә ата. Емештәре — орлоҡсалар, авг.—сент. өлгөрә. Тоҙло тупраҡтарҙа, аҡбурлы битләүҙәрҙә, далаларҙа үҫкән йәйенке Һ.ү. респ. бөтә терр‑яһында; йөнтәҫ сәскәле Һ.ү. — дала һәм урман‑дала зоналарындағы ҡомло тупраҡтарҙа; рудераль үҫемлек булған Һ.ү. Башҡортостандың Урал алдында таралған. Йәйенке Һ.ү. — мал аҙығы үҫемлеге, Һ.ү. — декоратив үҫемлек, һепертке яһауҙа файҙаланыла. Һ.ү. төрҙәренең составына сапониндар инә, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Ҡ.Ҡ.Ғәббәсов, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова