ҺЕҢРӘН, Илеш р‑нындағы ауыл, Ҡәҙер а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 30 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 137 км алыҫлыҡта Олойылға й. (Сөн й. ҡушылдығы) бу­йында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1068 кеше; 1920 —1322; 1939 — 1081; 1959 — 782; 1989 — 482; 2002 — 419; 2010 — 388 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡәҙер урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар. Ауылға Ҡазан даруғаһы Һеңрән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1664 й. алып билдәле. 1740 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. Һәҙрән булараҡ иҫәпкә алынған, 146 кеше йәшәгән, 1865 й. 205 йортта — 890 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. А.В.Шакиров, Ф.Ғ.Ялалов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов