ҺЕҢРӘН, башҡорт ҡәбиләһе. Ҡатай ырыу‑ҡәбилә берләшмәһе составына инә. Тамғаһы _\_ Этник яҡтан төрки ҡәбиләләргә һәм фин‑уғыр ҡәбиләләренә барып тоташа. 13—14 бб. ҡыпсаҡ ҡәбиләләре составында Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығынан төньяҡҡа һәм төньяҡ‑көнсығышҡа күсенә. 16 б. аҙ. — 17 б. башында Күсем нәҫеле м‑н бергә Тубыл й. көнбайышҡа табан урынлашҡан далаларҙа күсенеп йөрөй. 17 б. уртаһында Исәт й. (Тубыл й. ҡушылдығы) үрге һәм урта ағымының һул ярындағы ерҙәрҙе биләй. 17 б. аҙ. Синара һәм Тинес (Исәт й. басс.) йй. араһына күсенә һәм һалйот ҡәбиләһе ерҙәрендә керҙәштәр булып төпләнә. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Себер даруғаһының Һеңрән улусын тәшкил итә. 18 б. аҙ. — 19 б. Һ. йәшәгән терр‑я Быҙаулыҡ өйәҙенә, Екатеринбург өйәҙенә, Шадринск өйәҙенә (19 б. уртаһында Һ. 1,3 мең кеше иҫәпләнгән), идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 2‑се, 3‑сө, 9‑сы башҡорт кантондарына ингән. Ҡәбилә йәшәгән терр‑я хәҙ. Ырымбур өлк. Тоцк, Силәбе өлк. Кәҫле һәм Ҡоншаҡ р‑ндарына ҡарай.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.Х.Хужин