ҺЕЛТЕЛЕ МЕТАЛДАР, Д.И. Менделеевтың периодик системаһындағы I төркөмдөң төп төркөмсәһенең химик элементтары: калий, литий, натрий, рубидий, франций, цезий. Көмөш төҫлө (цезий — алтынһыу һары); еңел иреүсән металдар. Шыйыҡ аммиакта, ҡайһы бер алкиламиндарҙа һәм полиэфирҙарҙа эрей; химик активлығы юғары; эретмәләре электрон үткәреүсәнлегенә эйә. Һ.м. оптик спектрҙарында сағыу һыҙыҡтар бар. Литийҙың осоусан тоҙҙары ялҡынды асыҡ ҡыҙыл, калийҙың — алһыу‑шәмәхә, натрийҙың осоусан тоҙҙары һары төҫкә буяй; рубидий пары — йәшкелт күк, цезий пары зәңгәрһыу йәшел төҫтә була. Һауала ҡуйы һоро ҡатлам (оксидтар) йәки йәшкелт ҡара плёнка (литий нитриды) м‑н ҡаплана; рубидий, франций, цезий ялҡынланып окислана. Һыу м‑н тәьҫирләшкәндә һелтеләр барлыҡҡа килтерә һәм водород айырып сығара, метил спирты, этил спирты м‑н — алкоголяттар һәм водород, кислород м‑н — башлыса пероксидтар һәм супероксидтар, галогендар м‑н — галогенидтар; водород, көкөрт, фосфор м‑н йылытҡанда — ярашлы рә­үештә гидридтар, сульфидтар, фосфидтар; калий, рубидий һәм цезий графит м‑н — клатраттар (ҡыҙғылт һары‑ҡыҙыл төҫтәге онтаҡ; һауала үҙенән‑үҙе ялҡынлана, һыу тарҡата); литий азот м‑н — литий нитриды һ.б. барлыҡҡа килтерә. Башлыса хлоридтарҙы һәм бромидтарҙы магний, кальций, кремний м‑н вакуумда 600—800°С термик ҡайтарыу юлы м‑н алына; ректификация йәки вакуумда дистилляциялау юлы м‑н таҙартыла. Ядро реакторҙарында йылылыҡ биргес сифатында, катализаторҙар составында, газ разрядлы лампаларҙа, фотоэлементтарҙа һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. Өфө химик реактивтар з‑дында (ҡара: “Уфахимпром”) калий‑литийлы электролит; олеаттар, пальмитаттар, стеараттар һ.б. калий, натрий тоҙҙарын етештереү үҙләштерелә. 1943—53 йй. Һ.м. берләшмәләре Көньяк Урал геология идаралығының үҙәк лаб. ӨАИ м‑н берлектә (И.А.Хризман) һоро күмерҙәрҙең составын билдәләү өсөн, 40—50‑се йй. — Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда (Б.Е. Станкевич, А.С.Эйгенсон) бензиндарҙы һәм шыйыҡландырылған газдарҙы кө­көртлө водородтан таҙартыу өсөн (трикалийфосфат м‑н таҙартыу тәж.‑сәнәғәт ҡоролмаһы 1967 й. Салауат нефтехимия комб‑тында сафҡа индерелә; ҡара: “Газпром нефтехим Салават”); 60‑сы йй. — Химия ин‑тында меркаптандарҙы айырыу, Өфө химия з‑дында — фенолды хлорлау продукттарын нейтралләштереү, 2,4‑дихлорфенолды өҙлөкһөҙ конденсация­лау (С.Л.Орёл, В.Д.Симонов һ.б.) һәм 2,4,5‑трихлорфенолды монохлоруксус к‑таһы м‑н һыу һәм һелте ярҙамында конденсациялау (М.С. Бәкеров, М.С.Коган һ.б.), 2,4‑дихлорфе­ноксиуксус кислотаһының натрий тоҙҙарын таҙартыу (Бәкеров, С.В. Зубарев, Коган һ.б.) өсөн ҡулланыла. “Каустик” ААЙ натрий берләшмәләре (ҡара: Кальцинирланған сода, Каустик сода), “Салаватстекло” ААЙ — сода нигеҙендә юғары сортлы быяла һ.б. сығара. Органик химия ин‑тында (В.С.Колосницын һ.б.) литий сульфидтары һәм полисульфидтары электр тогының химик сығанаҡтарын эшләгәндә файҙаланыла.

В.Н.Майстренко, Н.А.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов