ҺЕЙҘЕК ТАШЫ АУЫРЫУЫ, у р о л и т и а з, кеше һәм хайуандарҙың бәүел бүлеп сығарыу системаһында конкременттар барлыҡҡа килеүенә бәйле ауырыу.

Кешенең Һ.т.а. Ауырыу башланыуына матдәләр алмашыныуының һәм уродинамиканың боҙолоуы, бөйөрҙә, һейҙек юлдарында шешеү һәм инфекция процестары, нәҫелдән килгән факторҙар, гиперпаратиреоз, туҡланыу үҙенсәлектәре һ.б. булышлыҡ итә. Һейҙек таштары (оксалат, фосфат, әсе бәүел, цистин) бер тапҡыр йәки даими рәүештә йәшәү дауамында барлыҡҡа килергә мөмкин. Төп симптомдары: дизурия, гематурия, киҫкен интенсив ауыртыныу өйәнәктәре (бөйөр коликаһы). Диагностика өсөн клиник, лаб. (ҡан, бәүел, һейҙек ташы анализдары) һәм инструменталь (бөйөрҙәрҙе ультратауыш һәм радиоизотоп тикшереү, күҙәтеү һәм экскретор урография, компьютер томографияһы) тикшереү ысулдары мәғлүмәттәре файҙаланыла. Дауалау медикаментоз (литолитик, шешеүгә ҡаршы, спазмолитик, анальгетик препараттар), хирургик, литотрипсия. Иҫкәртеү: диетотерапия, фитотерапия һ.б. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: киҫкен һәм хроник пиелонефрит, пионефроз. Башҡортостанда 100 мең ке­шегә Һ.т.а. м‑н ауырығандар түбәндәгесә теркәлгән: 2008 й. — 553,2; 2010 — 556,7; 2012 — 574,3 кеше. 20 б. 50‑се йй. алып Медицина университетында Һ.т.а. диагностикаһы һәм хирургик дауалау мәсьәләләре өйрәнелә (Г.В.Коржавин, Л.П. Крайзельбурд), 90‑сы йй. башлап литотрипсия б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (Р.З.Вәлиәхмәтов), 21 б. башынан В.Н.Павлов етәкс. Һ.т.а. дауалауҙың аҙ инвазивлы ысулдарын эшләү һәм камиллаштырыу б‑са эштәр алып барыла (лапароскопик пиело‑һәм уретеролитотомия, лазер литотрипсияһы һ.б.).

Хайуандарҙың Һ.т.а. Күбеһенсә һарыҡтарҙа, йылҡыла, һыйыр малында, шәшкеләрҙә, эттәрҙә һәм бесәйҙәрҙә осрай. Булышлыҡ итеүсе факторҙар: рационда фосфор күп булған концентраттар, ит‑һөйәк һәм балыҡ ононоң, минераль өҫтәмәләрҙең һәм премикстарҙың өҫтөнлөк итеүе, эсәр һыуҙың һәм А витаминының аҙ булыуы. Ауырыу башланғанда — үҫеү­ҙең әкренәйеүе, аппетиттың түбәнәйеүе, артабан бөйөрҙәрҙең һәм бәүел юлдарының зарарланыуы күҙәтелә. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: һейҙек ҡыуығының тулыуы һәм ярылыуы, тоник‑клоник өйәнәк, уремия. Диагностика өсөн клиник, лаб. (бәүел анализы) һәм ультратауыш тикшереү мәғлүмәттәре файҙаланыла. Дауалау симптоматик һәм хирургик. Иҫкәртеү: хайуандарҙы рациональ туҡландырыу. Һ.т.а. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Аграр университетта алып барыла (У.Ғ. Ҡадиров, Е.Н.Сковородин, Л.Н. Судзиловский һ.б.).

Әҙәб.: Алиев Ю.Г., Руденко В.И., Газимиев М.‑С.А.Мочекаменнаяболезнь. Актуальные вопросы диагностики и выбора метода лечения. М.; Тверь, 2006.

У.Ғ.Ҡадиров, В.Н.Павлов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина