ҺАУАНАН КҮҘӘТЕҮ, ХӘБӘР ИТЕҮ ҺӘМ ЭЛЕМТӘ ХӘРБИ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1941 й. 17 майында Ленинградта РККА составында асыла; хәҙ. А.Ф.Можайский ис. Хәрби‑йыһан акад. ракета‑йыһан оборона саралары ф‑ты. 1941 й. авг. — 1945 й. авг. Бөрө ҡ. урынлашҡан. 1941 й. дек. — 1945 й. майында офицерҙарҙың 29 сығарылышы (1,8 меңдән ашыу кеше), һауанан күҙәтеү, хәбәр итеү һәм элемтә взводы ком., радистар, үткәргес элемтә һәм табыу аппаратураһы, радиопрожекторҙар, радио аша табыу һәм ҡорал тоҫҡау станциялары техниктары, ш. уҡ сәйәси етәкселәр, әҙерләгән. Училище нач.: полк. Г.А.Вагнер (1941—42), Б.М.Митропольский (1942 й. окт.—нояб., вазифа башҡарыусы; 1943—48), М.М.Чекмасов (1942—43).

Әҙәб.: Бикмеев М.А. Исторический опыт военно‑организационной и мобилизационной работы Башкирской АССР периода Второй мировой войны. Уфа, 2005.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. М.Х.Хужин