ҺАУА МАССАЛАРЫ, атмосфераның (тропосфераның) түб. ҡатламының бер төрлө үҙсәнлектәргә (т‑ра, дымлылыҡ, үтә күренеүсәнлек һ.б.) эйә булған һәм дөйөм атмосфера циркуляцияһы ағымының береһендә күсеп йөрөгән киң өлөштәре. Һ.м. майҙаны материктар һәм океандарҙың үлсәмдәре м‑н сағыштырмалы. Формалашыу районы б‑са Һ.м. арктик (антарктик), уртаса (поляр), тропик, экваториаль типтары айырыла, улар эсендә (экваториаль Һ.м. тыш) континенталь һәм диңгеҙ ярым типтары бүленә. Йылы һәм һалҡын Һ.м. айырыла. Күрше Һ.м. араһында атмосфера фронттары формалаша. Күпселек осраҡта Һ.м. билдәле бер терр‑ялағы һауа торошон һәм климат характерын билдәләй. Башҡортостан терр‑яһы арктик, тропик һәм уртаса Һ.м. йоғонтоһон кисерә; континенталь Һ.м. өҫтөнлөк итә. Ҡы­шын арктик Һ.м. үтеп инеүе киҫкен һыуыныуға (‑53°С тиклем), йәйен — эҫелектең һүрелеүенә килтерә. Ҡышын тропик Һ.м. килеп инеүе йылыныуҙы билдәләй, йәйен — ҡыуан елдәре булған ҡоро эҫе һауа торошона (42°С тиклем) алып килә. Һ.м. Атлантик океандың уртаса киңлектәренән көнбайышҡа күсеүе ҡышын йылыныуға (ҡайһы ваҡыт яуым‑төшөмө булған), йәйен — һалҡынса һауа торошона килтерә. Континенталь уртаса Һ.м. тәьҫирендә ҡышын аяҙ һалҡын көндәр өҫтөнлөк итә, ҡайһы берҙә болоттар һәм томан күҙәтелә; йәй көндәре улар байтаҡ йылына һәм тотороҡһоҙға әйләнә, өйкөм һәм өйкөм‑ямғырлы болоттар барлыҡҡа килә.

Ф.Ш.Килмәтова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов