ҺАТЫУСИН Сәғит Сәлимгәрәй улы [1.1.1914, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Мерәҫ а. (Ырымбур өлк. Яңы Сергиевка р‑ны) — 12.10.1990, Мәскәү], дипломат. 1939 й. Халхин‑Гол й. янында совет‑япон хәрби бәрелешендә, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ырымбур пед. ин‑тын (1935), СССР Сит ил эштәре министрлығының юғары дипломатик мәктәбен (Мәскәү, 1946) тамамлаған. 1932—33 йй. һәм 1935 й. алып Темәс башҡорт пед. уч‑щеһында, 1938—39 йй. (дир. урынбаҫары) һәм 1942—43 йй. Дәүләкән пед. уч‑щеһында эшләй. 1946—75 йй. СССР Сит ил эштәре министрлығында: 1954—59 йй. беренсе секретарь, 1967—72 йй. — Венгрияла, 1964—65 йй. Кипр Респ. илселек советнигы. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1948), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Э.С.Һатыусина

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев