ҺАТЫБАЛДИНА Сәниҙә Тимерхан ҡыҙы (9.2.1942, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Ирекле а. — 26.8.2016, Өфө, БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Иҫке Ҡалҡаш а. ерләнгән), педагог‑методист. Биол. ф. канд. (1971), проф. (1993). БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1983), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1997). БДУ‑ны тамамлаған (1966). 1970 й. алып Химия ин‑тында, 1972 й. — БДУ‑ла эшләй. 1973—2014 йй. БДПУ‑ла (1987—89 йй. һәм 1991— 2007 йй. химия каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре урта мәктәптәрҙә һәм вуздарҙа химия уҡытыу методикаһына, фекерләүҙе үҫтереүсе уҡытыу проблемаларына арналған. 140‑тан ашыу фәнни һәм уҡытыу‑методик эш, ш. иҫ. урта мәктәптәр өсөн химия б‑са дәреслектәр, авторы.

Хеҙм.: Методология в реальной практике (реализация принципа восхождения от абстрактного к конкретному на примере изучения химии). Уфа, 2003; Обучение студентов методике преподавания химии на основе педагогики сотрудничества: в 2 ч. Уфа, 2005; Системно‑деятельностный подход в обучении предметам естественного цикла. Уфа, 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина