ҺАТЛЫҠОВ Хәбибназар Мөхәммәткафи улы, Х ә б и б н а з а р ә л ‑Ү т ә к и [12.9.1862, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) Үтәк а. — 21.6.1921, шунда уҡ], дин әһеле, мәғрифәтсе. Үтәк мәҙрәсәһен тамамлаған. Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙ. Ауырғазы р‑ны) Балыҡлыкүл а. мәҙрәсәһендә, Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә, Ҡазанда, Бохарала һәм Хиуала уҡыған. Ҡазандың 1‑се йәмиғ мәсете эргәһендәге мәҙрәсәнең юғары кластарын тамамлағандан һуң шунда уҡ уҡытҡан. 1889 й. алып Үтәк мәсетенең имам‑хатибы, мәҙрәсәһенең уҡытыусыһы һәм бер үк ваҡытта мөҙәрисе. Һ. булышлығы м‑н мәҙрәсәлә китапхана һәм уҡыу залы асылған. Көнсығыш философияһын, ислам тарихын өйрәнгән, көнсығыш әҙәбиәте әҫәрҙәрен тәржемә иткән, шиғырҙар һәм хикмәттәр яҙған, дәреслектәр төҙөгән. Әҫәрҙәре “Ваҡыт” гәз. һәм “Шура” ж. баҫтырылған. З.Х.Рәсүлев һәм Ғ.Сәиди м‑н таныш булған.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина