ҺАҪЫҠ ШЫРАУ (Xanthium), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. Башҡортостанда ороло Һ.ш. үҫә. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы ныҡ тарбаҡлы, өҫтә биҙле төктәре бар, бейеклеге 15—80 см. Япрағы өс айырсалы, киҫек киртләсле, төбөндә йөрәккә оҡшаған. Сәскәһе һарғылт төҫтә, сәскәлеге — кәрзин. Июлдә сәскә ата. Емеше — һары энәле орлоҡса, авг. өлгөрә. Юл буйҙарында, йылға туғайҙарында, ҡомло текә ярҙарҙа, ташландыҡ ерҙәрҙә үҫә; респ. бөтә терр‑яһында таралған. Кәзәләр һәм йылҡы өсөн мал аҙығы, һыйыр малы, сусҡалар һәм тауыҡтар өсөн ағыулы үҫемлек. Орлоҡтарының майы ашарға яраҡлы. Баллы, ҡый үләне. Составына иод, флавоноидтар, эфир майҙары һ.б. инә, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Е.В.Кучеров

Тәрж. Г.А.Миһранова