ҺАРЫШ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Һарыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 81 кеше; 1920 — 329; 1939 — 254; 1959 — 318; 1989 — 433; 2002 — 491; 2010 — 406 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Асҡар исеме (тәүге төпләнеүсе Асҡар Арыҫланов исеменән) м‑н нигеҙ һала. 1795 й. 12 йортта 110 кеше йәшәгән, 1865 й. 20 йортта — 108 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 19 б. 1‑се ярт. Һарыш‑Асҡар исеме м‑н иҫәпкә алынған. 20 б. 30‑сы йй. Һарыш‑Асҡар а. 19 б. аҙ. нигеҙләнгән Һарыш‑Асҡар ҡасабаһы м‑н хәҙ. исемдәге ауылға берләшә. М.Ғ.Әминов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов