ҺАРЫҺАҘ, Шаран р‑нындағы ауыл, Дүртөйлө а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 12 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 27 км алыҫлыҡта Һарыһаҙ й. (Сөн й. ҡушылдығы) бу­йында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1305 кеше; 1920 — 1181; 1939 — 784; 1959 — 386; 1989 — 301; 2002 — 313; 2010 — 273 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 1742 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала. 1795 й. 167 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 130 йортта — 743 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 5 уч‑ще, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, тирмән, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов