ҺАРЫТАУ ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Волгоград, Воронеж, Пенза, Тамбов, Ульяновск, Һамар өлкәләре, Ырымбур өлкәһе, Ҡаҙағстан м‑н сиктәш. Үҙәге — Һарытау ҡалаһы. 1934 й. 10 ғин. Түб. Волга өлк. терр‑яһында Һарытау крайы булараҡ ойошторола (ҡара: Һарытау губернаһы), 1936 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. 38 районды, 18 ҡаланы үҙ эсенә ала (2005). Волга буйы федераль округына инә. Майҙаны — 100,2 мең км2. Халҡы — 2608,3 мең кеше, ш. иҫ. 4,0 мең башҡорт (2002). Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 26,0 кеше/км2. Халҡының тәбиғи кәмеүе — 5,6 мең кеше. Урбанизация — 73,7%; ҙур ҡалалары — Һарытау, Энгельс, Балаково, Балашов. Иҡт. әүҙем халыҡ һаны — 1,3 млн кеше. Миграция б‑са кәмеү — 0,3 мең кеше. Милли составы (%): урыҫтар — 85,9, ҡаҙаҡтар — 2,9, украиндар — 2,5, татарҙар — 2,2 һ.б. Һ.ө. башҡорттары Ырғыҙ‑Кәмәлек башҡорттарына ҡарай, Байғондо (81%), Бобров Гай (86), Күзәбай (91), Күсембәт (77), Ҡунаҡ­бай (91), Мәҡсүт (87) һ.б. торама пункттарҙа тупланып йәшәй (2002). БР һәм Һ.ө. араһында Сауҙа‑иҡт., фәнни‑техник, соц. һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек т‑да (1999), Инвестиция эшмәкәрлеге һәм эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү өлкәһендә хеҙмәттәш­лек т‑да (2008) килешеүҙәргә, Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә (2003 й. алып) ҡул ҡуйылған. 2004 й. башлап Һ.ө. БР вәкиллеге эшләй. БР һәм Һ.ө. сауҙа әйләнеше 2007 й. яҡынса 1 млрд һум тәшкил иткән. Һарытау төбәк башҡорт милли‑мәҙәни автономияһы, “Иҙел” Һарытау өлкә татар‑башҡорт мәҙәни‑ағартыу берекмәһе, “Салауат” Һарытау башҡорт йәштәре ойошмаһы (2005 й. алып), Һ.ө. (Һарытау, 1996 й. алып) һәм Перелюб р‑ны (Перелюб а., 1996 й. алып) башҡорттары ҡоролтайҙары һ.б. эшләй. Башҡорт мәҙәниәте көндәре (2007 й. алып), йыл һайын һабантуйҙар үткәрелә. “Һарытау башҡорттары” гәз. нәшер ителә (Перелюб р‑нының ш. уҡ исемле ауылы, 2006 й. алып).

Һ.ө. тыуған Г.И.Мидзяева, А.В.Сиднев, Е.Ф.Степанов һ.б. эшмәкәрлеге Башҡортостан м‑н бәйле.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов