ҺАРЫТАУ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Максимовка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнб. табан 52 км алыҫлыҡта Ҡуғанаҡ й. буйында урынлашҡан. Хал­ҡы: 1906 й. — 515 кеше; 1920 — 879; 1939 — 543; 1959 — 207; 1989 — 111; 2002 — 132; 2010 — 148 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 1868 й. купчий ҡағыҙы б‑са Стәрлетамаҡ өйәҙе Тәлтем‑Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Һарытау губ. күскенселәре нигеҙ һала. 1896 й. 117 йортта 800 кеше йәшәгән. 4 ел тирмәне, 2 тимерлек, шарап һәм 3 бакалея кибете, мөгәзәй булған. 1906 й. 2 тимерлек, шарап, 2 бакалея һәм 2 мануфактура кибете, 2 ел тирмәне, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов