ҺАРЫТАУ, Күгәрсен р‑нындағы утар, Исем а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 85 км алыҫлыҡта Наҡаҫ й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 181 кеше; 1920 — 461; 1939 — 554; 1959 — 220; 1989 — 78; 2002 — 103; 2010 — 126 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Крәҫтиән реформаһынан һуң Ырымбур өйәҙе Ҡыпсаҡ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә урыҫ крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1891 й. 15 йортта 86 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов