ҺАРЫНА ЗАВОДТАРЫ, Һарына й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында нигеҙ һалына; Түб. Һарына тимер етештереү заводы 1760 й. Себер даруғаһының Әйле һәм Ҡара‑Танып улусы баш­ҡорттары ерҙәрендә — П.И.Осокин (ҡара: Осокиндар), Үрге Һарына ярҙамсы тимер етештереү заводы 1817 й. Түб. заводтан 9 саҡрым алыҫлыҡта А.А.Кнауф тарафынан асыла. Хужалары: Осокиндар, 1804 й. алып Кнауф, 1828 й. башлап һәм 1864 й. алып ҡаҙна, 1853 й. — Кнауф тау заводтары акционерҙар компанияһы. Кнауф тау округына ингән. Түб. Һ.з. 1770 й. 4 сүкеше, 4 горны, 2 станы, 1797 й. — 12 крица горны, 6 крица сүкеше, 1870 йй. — 6 сүкеше, 4 горны, 2 пудлингылау мейесе, һауа өрҙөрөү машинаһы; Үрге Һ.з. 1828 й. 7 горны, 6 сүкеше, 1841 й. — 3 крица горны, 6 крица сүкеше, һауа өрҙөрөү машинаһы була; 1860 й. пар машинаһы ҡуйыла. Түб. Һ.з. 102,3 мең дисәтинә ергә хужа була, 18 б. аҙ. Түб. заводта 193 мастеровой һәм эшсе кеше, 310 крепостной крәҫтиән (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре), 1840 й. 1070 посессион крәҫтиән иҫәпләнә; 1780 й. 27,1 мең бот тимер, 1807 й. — 47, 1844 й. — 40, 1875 й. 18,3 мең бот тимер иретелә. Заводтарҙа буй һәм сортлы тимер етештерелә. 1860 й. Үрге Һ.з. пудлингылау индерелә. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында Үрге Һ.з. эше туҡтатыла. Үрге Һ.з. 1863 й., Түб. Һ.з. 1880 й. ябыла. Хәҙ. завод торамалары урынында Свердловск өлк. Һарына ҡасабаһы һәм Үрге Һарына а. урынлашҡан.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин