ҺАРЫМҺАҠ (Allium sativum), һуған затына ҡараған үҫемлек. Ҡырағай Һ. — Кавказда, Урта Азия, Һиндостан тауҙарында, Урта диңгеҙ буйында, Көньяҡ Ҡаҙағстанда; культуралы Һ. Евразияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, Африканың, Австралияның тропик райондарында таралған. Башҡортостанда йәшелсә культураһы булараҡ яҙғы (уҡ ебәрмәгән Һ.) һәм ужым (уҡ ебәрмәгән һәм уҡ ебәргән Һ.) формалары үҫтерелә. Күп йыллыҡ һуғанбаш үҫемлектәр. Һабағы уҡ рәүешендә, бейеклеге 30—120 см. Япрағы ҡыяҡ, ланцет формаһында. Сәскәлеге — шар һымаҡ сатыр, сәскә һабы оҙон. Культуралы Һ. 10—450 һауа һуғанбашы (ваҡ бүлбеләр) барлыҡҡа килтерә. Яҙғы Һ. һуғанбаштары авг. аҙ., ужым Һ. июль аҙ. өлгөрә; 2—50 тештән тора; аҡ, һарғылт, ҡара һәм ал шәмәхә төҫтә була. Составына ҡоро матдә (35—42%), аҡһым (6,0—7,9%), С витамины (7,0—28 мг%; япрағында — 80 мг% тиклем), шәкәр (0,5%), полисахаридтар (20—27%) һ.б. инә. Һ. тәме һәм еҫе составына аллицин, фитонцид һ.б. ингән эфир майы (0,23—0,74%) булыуына бәйле. Ҡоролоҡҡа, һалҡынға сыҙамлы, тупраҡтың уңдырышлылығына талапсан үҫемлек. Ужым Һ. вегетация осоро — 330 тәүлек, яҙғы Һ. 120 тәүлек тәшкил итә. Төп элгәрҙәре — ҡуҙаҡлылар, иртә өлгөрә торған йәки сәскәле кәбеҫтә, ҡыяр. Яҙғы Һ. иртә яҙҙа, ужым Һ. сент. аҙ. киң рәт һәм таҫма ысулдары м‑н ултыртыла. Һ. тештәрен ултыртыу нормаһы 1000—1200 кг/га, ваҡ бүлбеләренеке — 30—150 кг/га; тештәрен ултыртыу тәрәнлеге 4—6 см, ваҡ бүлбеләренеке — 3—4 см. Респ. шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында Һ. дөйөм сәсеү майҙаны — яҡынса 100 га, уртаса уңдырышлылығы 100—150 ц/га тәшкил итә. Ашарға яраҡлы үҫемлек, дарыу үҫемлеге. Һ. агротехникаһы һәм уның сорттарын сығарыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 80‑се йй. М.Х.Ҡыҙрасов тарафынан Йәшелсә хужалығы ҒТИ‑ның (Мытищи ҡ.) Өфө терәк пунктында үткәрелә. Һ. бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә. БР б‑са ҡулланылышҡа ужым Һ. Башкирский 85 сорты индерелгән.

Әҙәб.: Мансурова Л.И., Кидрасов М.Х. Лук и чеснок. Уфа, 1963; Овощеводство в Башкортостане /Р.Р.Исмагилов [и др.]. Уфа, 2009.

Р.Р.Исмәғилев, Б.Ғ.Әхиәров

Тәрж. Г.А.Миһранова