ҺАРЫҠТАШ РАЙОНЫ, Ырымбур өлкәһенең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. 1931 й. 4 ғин. ойошторолған. Майҙаны — 3600 км2. Адм. үҙәге — Һарыҡташ ҡасабаһы. Районда 20 ауыл советы, 77 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 40,1 мең кеше (2010), ш. иҫ. 3,8% башҡорттар (ҡара: Ырымбур башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән иң ҙур торама пункттар (2002): Биктимер, Ҡабан, Рыҫҡол, Урта Асҡар, Һунарсы һ.б. Башҡорт теле мотлаҡ уҡытыла торған предмет булараҡ райондың 1 мәктәбендә өйрәнелә (2013). Һунарсы а. “Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районы башҡорттары ҡоролтайы” (2002 й. алып), “Йәйғор” балалар бейеү ансамбле, Биктимер а. “Йондоҙ” вокаль ансамбле эшләй. И.Ғ.Аҡманов, Й.Ә.Солтанов, Л.К.Әбделғәзизов һ.б. ошо районда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов