ҺАРЫҠСЫЛЫҠ, һарыҡ үрсетеү; малсылыҡ тармағы. Еңел сәнәғәт өсөн ҡиммәтле сеймал төрҙәре (йөн, иләнгән һарыҡ тиреһе, илтер) һәм аҙыҡ продукттары (ит, һөт, май) бирә. Һарыҡ һөтөнән сыр әҙерләнә. Йөнөнән туҡыма, трикотаж, баҫылған әйберҙәр эшләнә. Һарыҡ тиреһе мех һәм тун өсөн иләнә. Һ. продуктлылығының нәҙек йөнлө, ярым нәҙек йөнлө, ярым шырт йөнлө һәм шырт йөнлө йүнәлештәре айырыла. Башҡортостанда һарыҡ (күбеһенсә шырт йөнлө һарыҡ) үрсетеү м‑н элек‑электән шөғөлләнгәндәр, 19 б. башында меринос тоҡомоноң нәҙек йөнлө һарыҡтары индерелә. 1916 й. Өфө губернаһында башлыса шырт йөнлө йүнәлешле һарыҡ һәм кәзәләрҙең һаны 2,294 млн тәшкил итә. 20 б. уртаһынан респ. ху­жалыҡтарында шырт йөнлө михнов тоҡомона ҡараған урындағы һарыҡтарҙы нәҙек йөнлө прекос (ит‑йөн), алтай тоҡомдарының һәм совет мериносы тоҡомоноң (йөн‑ит) нәҫел тәкәләре м‑н ҡасырыу үткәрелә. Махсус Һ. хужалыҡтары булдырыу, яһалма ҡасырыу ысулы индереү, һарыҡтарҙы ашатыу һәм аҫрау шарттарын яҡшыртыу мал һанының үҫешенә, тоҡом составының яҡшырыуына һәм мал продуктлылығының артыуына булышлыҡ итә. 20 б. 70‑се йй. а.х. пр‑тиеларында саф тоҡомло нәҙек йөнлө һарыҡ үрсетеү Һ. төп йүнәлеше булып китә. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа күбеһенсә шырт йөнлө һәм ярым шырт йөнлө һарыҡтар үрсетелә. 1975 й. һарыҡтарҙың һаны 3,159 млн башҡа етә. 2012 й. хужалыҡтарҙың бөтә категорияларында һарыҡтарҙың һаны 807,3 мең тәшкил итә, ш. иҫ. а.х. пр‑тиеларында — 15,8 мең, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында — 81,9 мең, шәхси хужалыҡтарҙа — 709,6 мең. Респ. романов тоҡомон үрсетеү б‑са 1 тоҡом репродукторы (“Благовар” тоҡомло ҡошсолоҡ з‑ды, ДУП) эшләй. Башҡортостанда планлы тоҡомдар булып нәҙек йөнлө һарыҡтар иҫәпләнә: алтай тоҡомо, прекос һәм совет мериносы. Ярым нәҙек йөнлө һарыҡтарҙан төньяҡ кавказ ит‑йөн тоҡомо (башлыса Благовар, Өфө, Туймазы р‑ндары халҡының шәхси хужалыҡтарында) үҫтерелә. Шырт йөнлө һарыҡтарҙан романов тоҡомо (күбеһенсә Ейәнсура, Туймазы, Учалы р‑ндары халҡының шәхси хужалыҡтарында) үрсетелә. Һ. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр респ. 20 б. 60‑сы йй. алып барыла. Аграр университетта һарыҡ­тарҙың продуктив сифаттарын урындағы шырт йөнлө инә һарыҡтарҙы ярым нәҙек йөнлө йүнәлешле тәкәләр м‑н ҡасырыу юлы ярҙамында камиллаштырыу б‑са тикшеренеүҙәр уҙғарыла (Т.Х.Мәхмүтова, 1960—80), респ. планлы тоҡомдарының продуктив сифаттары өйрәнелә (Ш.Ғ.Усманов, 1995—2002). Ауыл хужалығы институтында йөн продуктлылығы артыуына һарыҡтарҙы рациональ ашатыу йоғонтоһо тикшерелә (А.К.Әхмәҙуллин, 1960—65). 20 б. 80‑се йй. уртаһында бәрәстәрҙе айырым секцияларҙа үҫтереү һәм инә һарыҡтарҙы аҫрау технологияһы эшләнә, БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә производствоға индерелә (Р.Р.Ибраһимов, Ф.Ә.Исламов, Р.С.Йәнекәев, Х.М.Ҡәйүмов, Р.Н.Сайранов, Р.Н.Сәмиғуллин һ.б.). Ҡара: Йәш мал үҫтереү.

Әҙәб.: Исламов Ф.А., Шакиров Ф.Б., Исламова С.Г. Пути интенсификации овцеводства в Башкирии. Уфа, 1999; Усманов Ш.Г., Алтынбаев Н.М. Получение и выделка овчинно‑шубного сырья. Уфа, 1999.

Ф.Ә.Исламов, Ш.Ғ.Усманов

Тәрж. Г.А.Миһранова