ҺАРЫҠ БӘШМӘГЕ (Russula), базидиомицеттар класына ҡараған бәшмәктәр заты. Яҡынса 270 төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа 20‑нән ашыу төрө осрай. Эшләпәһенең диам. 5—10 см, тәүҙә шар йәки ярым шар һымаҡ, һуңыраҡ буранка формаһында, йәйенке йәки яҫы, сите төрөлгән йәки тура (валуйҙыҡы — һары, ашарға яраҡлы Һ.б. — алһыу‑ҡуңыр, һи­рәгерәк ҡыҙыл, зәһәр Һ.б. — аҡһыл ҡыҙыл йәки алһыу‑ҡыҙыл; ҡара ҡарағай бәшмәгенеке — һорғолт көрән, аҡ ҡарағай бәшмәгенеке — аҡ төҫтә), ҡоро тиресә м‑н ҡапланған, ҡайһы бер төрҙәрҙеке (ашарға яраҡлы Һ.б., зәһәр Һ.б., йәшел Һ.б.) еңел алына. Гименофоры йәбешеп үҫкән, уйымлы, һалынма йәки ирекле. Пластинкалары һыныусан, аҡ, үҫеп етеү м‑н уларҙың төҫө йыш ҡына һарғылттан алып ҡыҙғылт һарыға тиклем үҙгәрә. Спора онтағы аҡ, һарғылт аҡ, ҡыҙғылт һары. Һабы цилиндр рәүешле, тигеҙ, һирәк осраҡта төбө осло, аҡ йәки алһыу, тығыҙ, көпшәк, һуңынан эсе ҡыуыш. Итсәһе аҡ, һынған урыны үҙгәрмәй, валуйҙыҡы һәм йәшел Һ.б. ҡыҙғылт көрән төҫкә инә. Япраҡлы һәм ылыҫлы ағастарҙың тамырҙары м‑н микориза булдыра. Тупраҡта, ҡайһы берҙә ылыҫлы, япраҡлы һәм ҡатнаш урмандарҙа үҙағаста үҫә, июль—окт. осрай. Ашарға яраҡлы бәшмәктәр (зәһәр Һ.б. башҡа). Составында рассулин бар, сыр өлгөрөүен тиҙләтеү өсөн ҡулланыла.

С.В.Кучерова

Тәрж. Г.А.Миһранова