ҺАРЫ‑ЙӘШЕЛ ЫЛЫМЫҠТАР, төрлө ҡамсылы ылымыҡтар (Xanthophyta, Heterocontae), ябай төҙөлөшлө үҫемлектәр бүлеге. 600 төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап һыу ятҡылыҡтарында (күбеһенсә сөсө), тупраҡта, ер өҫтөндәге йәшәү урындарында, ҡайһы берҙә һауа ҡатламында таралған. Эукариоттар, бер күҙәнәкле (яңғыҙ, һирәгерәк колониаль) йәки күп күҙәнәкле, башлыса микро‑, һирәк осраҡта макроскопик ылымыҡтар. Беркетелгән йәки ирекле йәшәгән (хәрәкәтсән һәм хәрәкәтһеҙ) үҫемлектәр. Һ.‑й.ы. структураһы кокк, монада, еп, пальмелла, пластинка, сифон һымаҡ. Монада стадиялары һәм формаларының төрлө оҙонлоҡтағы һәм төҙөлөштәге 2 ҡамсыһы бар. Күпселек төрҙәрҙең күҙәнәк тышсаһы пектинлы, һирәгерәк целлюлозалы, ҡайһы берҙә кремнезём һеңдерелгән. Примитив формаларҙа күҙәнәк перипласт (тығыҙ өҫкө цитоплазма ҡатламы) м‑н ҡапланған. Хлоропластарында aһәм cхлорофилдары, ксантофилл пигменттары бар, уларҙың бәйләнеше Һ.‑й.ы. асыҡ йәки ҡара‑һары‑йәшел, һирәк осраҡта йәшел йәки зәңгәр төҫтә булыуын билдәләй. Ассимиляция продукттары — майҙар, хризоламинарин, аҡһымдар. Вегетатив үрсеү — күҙәнәктең буйға бүленеүе, енесһеҙ үрсеү зооспоралар һәм апланоспоралар ярҙамында тормошҡа ашырыла. Енси процесс (оогамия) вошерия затында ғына билдәле. Тупраҡта киң таралған, унда улар альгофлораның 50%‑ҡа тиклем төрөн тәшкил итеүҙәре мөмкин, йыш ҡына тупраҡ өҫтөнөң “сәскә атыуына” килтерә. Һыу ятҡылыҡтарында Һ.‑й.ы. планктон, һирәгерәк перифитон (үҫеп ҡаплау ценоздары) составына инә. Һ.‑й.ы. — кислород һәм органик матдә продуценттары, тупраҡ барлыҡҡа килеү процестарында ҡатнаша. Ағынты һыуҙарҙы биологик таҙартыу өсөн ҡулланылған микроорганизмдар комплексының ҡушма өлөшө булып тора, экологик мониторингта файҙаланыла. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына анабена харациопсисы, ваҡ харациопсис, өс сәнскәкле истмохлорон, тупраҡ бумиллериопсисы, ябай гетеропедия индерелгән.

Ф.Б.Шкундина

Тәрж. Г.А.Миһранова