ҺАРЫҒОШ, ү т ә б и к ә (Oriolus oriolus), турғай һымаҡтар отрядының һарығоштар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла (Көнсығышта Урта Себерҙең һәм Һиндостандың көньяғына тиклем), Төньяҡ һәм Көнбайыш Африкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо яҡынса 25 см, ауырлығы 50—90 г, ҡанат йәйеме 45 см тиклем. Ҡауырһыны сыбар төҫтә: ата ҡоштоң арҡаһы, түше, ҡорһағы асыҡ һары, суҡыш төбөнән күҙҙәренә табан ҡара һыҙыҡ үтә. Ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара (ҡойроҡ ҡауырһындарының остарында асыҡ һары нәҙек ҡаймалар бар). Инә ҡоштоң арҡаһы һары‑йәшел, ҡорһағы буй сыбарлыҡтар булған һарғылт аҡ төҫтә. Моногам. Ояһы (диам. 8—11 см, бейеклеге 6—9 см) аҫылма, ағас сатырҙарында (3—16 м бейеклектә) үләндәрҙән, имән сүстәренән яһай, йоҡа үлән, йөн, ҡауырһын, ҡайын туҙы түшәй. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, ояла ғәҙәттә ҡыҙғылт һоро йәки көрәнһыу таплы аҡ төҫтәге 4 (һирәк осраҡта 3 һәм 5) йомортҡа була. Инә һәм ата ҡош 14—15 көн эсендә ба­ҫып сығара. Көндөҙгө йәшәү рәүеше алып бара. Бөжәктәр, үрмәкселәр, күбәләк ҡарышлауыҡтары, ш. уҡ ағас һәм үлән кеүек үҫемлектәрҙең емештәре һәм еләктәре м‑н туҡлана. Япраҡлы һәм ҡатнаш урмандарҙа, парктарҙа һәм баҡсаларҙа, ауылдарҙың тирә‑яғында йәшәй. БР‑ҙың бөтә терр‑яһында осрай.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова