ҺАРЫГҮҘ (Centaurium), бабасыр уты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Көньяҡ Африканан һәм Азияның ҙур өлөшөнән башҡа ике ярымшарҙың да тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Бер йәки ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары 4 ҡырлы, төҙ, тарбаҡлы, бейеклеге 5—30 см. Япраҡтары таҫмалы ланцет формаһында, киң ҡыяҡлы йәки оҙонса түңәрәк, шыма ситле, ҡапма‑ҡаршы урынлашҡан. Сәскәләре аҡһыл ҡыҙыл, ҡайһы берҙә аҡ төҫтә, сәнске һымаҡ тармаҡланған, һирәгерәк башаҡҡа оҡшаған сәскәлектәргә йыйылған.

Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — ике ҡапҡаслы ҡумта, сент. өлгөрә. Еүеш тоҙло тупраҡлы болондарҙа, татырлыҡтарҙа, урман аҡландарында һәм ситтәрендә үҫә. Мейер Һ. һәм ябай Һ. — Башҡортостандың Урал аръяғында, дарыу үҫемлектәре булған һаҙ Һ. һәм һылыу Һ. Башҡортостандың Урал алдында осрай. Һаҙ Һ. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Х.Ғәлиева

 Тәрж. Г.А.Миһранова