ҺАРЫ ҮЛӘНЕ (Erysimum), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 100‑ҙән ашыу төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Бер, ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, тарбаҡлы, бейеклеге 20—100 см. Япраҡтары ҡыяҡ, таҫмалы ланцет формаһында, оҙонса, уйма‑киртләсле йәки шыма ситле. Сәскәләренең төҫө тоноҡ һарынан алып асыҡ һарыға тиклем, сәскәлектәре — ҡалҡансалар һәм тәлгәштәр. Май—сент. сәскә ата. Емеше — күп орлоҡло оҙон ҡуҙаҡ, дүрт ҡырлы йәки йомро, ҡыҫҡа башлы, июнь—окт. өлгөрә. Һ.ү. күбеһенсә далаларҙа, тоҙло тупраҡтарҙа, ҡоро болондарҙа, ташлы битләүҙәрҙә, еҫле Һ.ү. йылға туғайҙарында, ҡалдау һәм ташландыҡ ерҙәрҙә, ҡый үләне булараҡ баҫыуҙарҙа һәм йәшелсә баҡсаларында үҫә. Еҫле Һ.ү. һәм тырнағут Һ.ү. респ. бөтә терр‑яһы буйлап, аҡсәскә Һ.ү. — Йылайыр р‑нында, тарҙаҡай Һ.ү. Ейәнсура р‑нында таралған. Һ.ү. — баллы, декоратив үҫемлектәр; халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Составында йөрәк гликозидтары булған тарҙаҡай Һ.ү. — дарыу үҫемлеге. Еҫле Һ.ү. йылҡы һәм мал‑тыуар өсөн ағыулы.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова