ҺАРЫ УМЫРЗАЯ (Adonis), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 20‑нән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ Африкала һәм Евразияның уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә: апеннин (йәки себер) Һ.у., иҙел Һ.у., йәйге Һ.у., яҙғы Һ.у. Бер йәки күп йыллыҡ үләндәр, япраҡтары күп тапҡыр тар өлөштәргә теленгән. Сәскәләре һары йәки ҡыҙыл төҫтә, яңғыҙ; сәскә эргәлеге 5—8 тышҡы һәм 5— 24 эске япраҡсанан тора. Һеркәстәре һәм емеш япраҡтары бик күп. Апр.—июндә сәскә ата. Апеннин Һ.у. — плейстоцен реликты, Көньяҡ Уралдың һәм Өфө яйлаһының ҡатнаш һәм ылыҫлы урмандарында үҫә; йәйге Һ.у. Яңы Ергән а. (Хәйбулла р‑ны) янындағы баҫыуҙарҙа табылған; иҙел Һ.у. ҡоро далаларҙа күҙәтелә; яҙғы Һ.у. болонло далаларҙа һәм ҡоро болондарҙа, урман ситтәрендә таралған. Дарыу үҫемлеге, составында гликозидтар бар. Һ.у. күп төрҙәре — ағыулы, декоратив үҫемлектәр.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова