ҺАРЫ УЙҒЫР ТЕЛЕ, төньяҡ‑көнсығыш төркөмгә ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Һары уйғырҙарҙың милли теле. Ҡытайҙың Ганьсу провинцияһы Минхуа р‑нында таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 4 меңгә яҡын кеше (1985). Айырыуса хакас теленә һәм шор теленә яҡын. Боронғо уйғырҙар теленә барып тоташа, тип фараз ителә (9 б.). Хәҙерге Һ.у.т. көндәлек аралашыу теле булып тора, асыҡ сағылған диалект бүленеше юҡ.

Башҡорт телендәге кеүек үк, фонетикаһында һүҙ башында [j]: һары уйғырса “jа's” — башҡортса “йәш” [й]әш, “jyƚtys” — “йондоҙ” [й]ондоҙ; баштағы һаңғырау тартынҡылар кү­ҙәтелә: “paš” (баш), “taη” (таң) һ.б. Морфологияһында эйәлек категорияһы берлек һәм күплек һан өсөн дөйөм күрһәткескә эйә: ‑η (нигеҙе һуҙынҡыға тамамланған 1‑се һәм 2‑се зат өсөн; нигеҙ тартынҡыға тамамланһа, аффикс булмай) һәм ‑(s)y/‑(s)i аффиксы (3‑сө зат өсөн): “mƚaη” (минең, һинең, беҙҙең, һеҙҙең бала), “azaq” (минең, һинең, беҙҙең, һеҙҙең аяҡ), “mƚasy” (уның, уларҙың балаһы), “azaγy” (уның, уларҙың аяғы). 11‑ҙән 29‑ға тиклем һандар орхон‑йәнәсәй ҡомартҡылары теленә хас булған алдағы тиҫтәгә эйәреү ысулы м‑н яһала: “pešiγyrmo” (ун биш, 20‑нән 5), “perio'tys” (егерме бер, 30‑ҙан 1) һ.б. Ҡылымдарҙың зат категорияһында, ҡағиҙә булараҡ, морфологик күрһәткестәр юҡ, уның мәғәнәһе алмаштар ярҙамында бирелә: “men, sen, goƚ qara'te” (мин, һин, ул ҡараны), “men, sen, goƚ aƚša” (әгәр мин алһам, һин алһаң, ул алһа), “men, sen, goƚ maηyppar” (мин, һин, ул хәҙер барабыҙ) һ.б. Һ.у.т. һүҙлек составы нигеҙендә дөйөм төрки лексикаһы ята; күпселек өлөшөн ҡытай, монгол һәм тибет телдәренән, ш. уҡ санскриттан һ.б. үҙләштерелгән һүҙҙәр тәшкил итә. Синтаксик төҙөлөшөндә һөйләм киҫәктәре тәртибе уларҙы логик һәм эмоциональ айырып күрһәтеүгә ярашлы үҙгәрергә мөмкин, мәҫ., баҫым яһалған эйә хәбәрҙән алда килә: “mantaγ pezyk' k'epparny men pylmentro” (бындай ҙур үлсәмде мин белмәгәйнем); аныҡлаусы аныҡ­ланыусынан һуң килә: “k'ysitan q'ar šөky qaƚγan” (ҡарт кешеләрҙән икәү ҡалды) һ.б.

Әҙәб.: Тенишев Э.Р., Тодаева Б.Х. Язы кжёлтых уйгуров.М.,1966; Тенишев Э.Р. Строй сарыг‑югурского языка. М.,1976.

В.Ш.Псәнчин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов