ҺАРЫ МӘРГӘН (? — 1663 й. башы), башҡорт ихтилалы (1662—64) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы башҡорто. 1662 й. июлендә Урал аръяғында ихтилалға етәкселек итә. Авг.—сент. Һ.М. отряды Верхотур өйәҙенең Ощепков ҡәлғәһен, Павлов пустынын, Белослудск һәм Эрбэттамаҡ биҫтәләрен, Тубыл өйәҙенең Мырҙа биҫтәһен баҫып ала. Иртәш күле янында полк. Д.Полуэктов етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәре м‑н һуғыштан һуң баш күтәреүселәр бүленә. Һ.М. етәкс. баш күтәреүселәр көрәште дауам итеү яғында була. Көҙөн ҡалмыҡ тайша­һы Дайчин м‑н Урал аръяғы башҡорттарына ярҙам итеү т‑да һөйләшеүҙәр алып бара, һөҙөмтәгә өлгәшә алмай.

И.Ғ.Аҡманов

Тәрж. М.Х.Хужин