ҺАРЫ БӘШМӘК (Cantharellus cibarius), базидиомицеттар класының селтәр бәшмәк һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Емешлек тәне борғаҡҡа оҡшаш, асыҡ һары, ерәнһыу йәки тоноҡ ҡыҙғылт һары төҫтә, итләс, тығыҙ. Эшләпәһенең диам. 3—7 см, ҡайһы берҙә 10 см тиклем, йомро, шыма, йәш бәшмәктеке — ҡабарынҡы, һуңыраҡ уртаһы йәмшәйә, ситтәре тулҡынланып бөгөлә. Гименофоры һабына табан төшә, пластинка һымаҡ йыйырсыҡлы үҫентеләре бар. Һабының оҙонлоғо 6—12 см, йыуанлығы 2 см тиклем, тигеҙ, шыма, яланғас, өҫкә табан киңәйә, яйлап эшләпәгә күсә. Итсәһе тығыҙ, аҡ йәки һарғылт, оло бәшмәктәрҙеке — сүсле. Спора онтағы тоноҡ һары төҫтә була. Ҡарағай м‑н микориза барлыҡҡа килтерә. БР‑ҙа тупрағы еүеш һәм үлән япмаһы һирәк булған ылыҫлы, ҡатнаш һәм япраҡлы урмандарҙа июлдән алып ҡара көҙгә тиклем үҫә. Ашарға яраҡлы бәшмәк. Һ.б. спораларында һәм итсәһендә гельминттарҙы ҡурҡытыусы хитинманноза матдәһе бар.

Әҙәб.: М и р к и н Б.М., Н а у м о в а Л.Г. Грибы Башкирии. Уфа, 1979.

С.В.Кучерова

Тәрж. Г.А.Миһранова