“ҺАРЫ БЕЙӘ”, художество төркөмө. 1989 й. Өфөлә ойошторола. Ойоштороу инициаторы — Н.А. Пахомов. Төп составҡа И.Ҡ. Ғәзизуллин, М.И.Дәүләтбаев, Д.Н. Ишемғолов, Н.С.Латфуллин, С.А.Лебедев, М.А. Назаров, Мәскәү рәссамы М.М. Саттаров инә. “Һ.б.” тәүге күргәҙмәләре Мәскәүҙә (1989 й. апр., июне), артабан Йошкар‑Ола, Мәскәү, Новосибирск, Өфө, Пермь, Силәбе һ.б. ҡалаларҙа (1991—93) була. Төркөмдөң эстетик программаһы нигеҙендә — 20 б. 1‑се ярт. урыҫ һәм Европа авангард сәнғәтенең рәсем сәнғәте һәм пластика традицияларын, күбеһенсә примитивизмды, кубизмды, экспрессионизмды (ҡара: Һынлы сәнғәттә реалистик булмаған ағымдар) ижади интерпретациялау. Тарихи‑художестволы йүнәлештәрҙең күплегенә һәм төркөм вәкилдәренең индивидуаллегенә ҡарамаҫтан уларҙың ижадында тирә‑яҡ донъяны милли күҙлектән ҡабул итеү сағылыш таба. Әҫәрҙәрҙә халыҡ яҙмышы т‑да уйланыуҙар күҙәтелә, тормоштоң төрлөлөгө күрһәтелә: Назаровтың “Һуғыш ҡатындары” (1976), Ғәзизуллиндың “Тиҫбе тартҡан бабай” (1979), Латфуллиндың “Киске ҡала” (1987), Дәүләтбаевтың “Сигналдар”, Саттаровтың “Ҡатын‑ҡыҙ портреты” (икеһе лә — 1989), Пахомовтың “Нижегородка” (1991), Ишемғоловтың “Бесән өҫтө”, Лебедевтың “Мунса көнө” (икеһе лә — 1992) эштәре. “Һ.б.” рәс­самдарының ижады Башҡортостанда һынлы сәнғәттең художестволы телен яңыртыуға булышлыҡ итә.

Әҙәб.: Сары бия. “Жёлтая лошадь”. Выставка произведений башкирских художников. Живопись: [каталог]. М., 1991; Современное изобразительное искусство Республики Башкортостан: кат. выст. /авт.‑сост. С.В.Игнатенко. Уфа, 2005; Г а р б у з А. Современная художественная культура Башкортостана. Уфа, 2007.

А.Е.Григорьева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова