ҺАРЫ АБДУЛЛИН, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы. Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһының Бала‑Ҡатай улусы Һары а. башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. Исәт провинцияһында баш күтәреүселәрҙең етәкселәренең береһе. 1774 й. көҙөнә тиклем Һ.А. отряды Исәт провинцияһының Силәбе ҡәлғәһе һәм Сыбаркүл ҡәлғәһе тирәһендә һуғышҡан. 1777 й. улус старшинаһы булыуы билдәле.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин