ҺАРТ‑ШИШМӘ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡыйышҡы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 18 км һәм Шәкәр заводы т. юл ст. К.‑Көнс. табан 4 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1207 кеше; 1920 — 952; 1939 — 1079; 1959 — 1018; 1989 — 905; 2002 — 993; 2010 — 908 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Мәсет бар.

Ауылға Өфө өйәҙе Һарт улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Шулай уҡ типтәрҙәр йәшәгән. 1795 й. Шишмә исеме м‑н иҫәпкә алынған, 24 йортта 65 кеше йәшәгән, 1865 й. (хәҙ. исем) 85 йортта — 478 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, 3 бакалея кибете теркәлгән. Й.Ә.Әбделмәнов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов