ҺАРТ‑НАУРЫҘ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Прибельский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 25 км һәм Шәкәр заводы т. юл ст. Көнс. табан 6 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 741 кеше; 1920 — 879; 1939 — 920; 1959 — 743; 1989 — 494; 2002 — 467; 2010 — 404 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Һарт улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1741 й. алып Наурыҙ исеме (тәүге төпләнеүсенең исеме б‑са, уның улы Томансы Наурыҙов билдәле) м‑н билдәле. 19 б. 1‑се ярт. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. 1795 й. 30 йортта 152 кеше йәшәгән, 1865 й. 93 йортта — 583 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, балыҡсылыҡ, урман кәсептәре м‑н шө­ғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән. М.Ә.Хөсәйенов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов